08.04.2019
Ҡаланы йәшелләндереү хужалығында үҙенсәлекле оҫталыҡ дәрестәре. Был яуаплы хеҙмәтте үҙ иңдәрендә алып барыусылар өсөн көндәр йылытыу менән ҡыҙыу осор башлана. Оҫталыҡ дәрестәре программаһы сиктәрендә ҡаланы йәшелләндереүҙә ҡулланыласаҡ сәскәләр үҫтереү ысулдары, уларҙы тәрбиәләү, һалҡында сыныҡтырыу, тупраҡ әҙерләү алымдары өйрәтелде.
Йәй миҙгеле алдынан бындай оҫталыҡ дәрестәре бик мөһим. Унда ҡаланың төрлө райондарында йәшелләндереү хеҙмәтендә эшләгән ҡырҡлаған белгес тәжрибә уртаҡлашты.
Миңзиҙә Абдрафиҡова, ҡаланы йәшелләндереү хеҙмәтенең калинин районы хужалығы сәскә үҫтереүсеһе: “Бик фәһемле дәрестәр. ысынлап та сәскә үҫтереүгә беҙ күп көс һалабыҙ, Сағыу төҫтәге гөлләмәләр ҡала урамдарын биҙәй. Тик халыҡҡа үтенес, беҙ күҙ нурҙары, хәләл көс һалып үҫтергән сәскәләрҙе өҙөп әрәм итмәһендәр ине”.
Ҡаланы йәшелләндереүселәр һауа сафлығы өсөн дә көрәшәсәк. Был эш кй махсус техника әҙер ҙә инде. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров тәҡдиме менән ҡаланы йәшелләндереү хужалығында юлдарҙа туҙанға ҡаршы көрәшеүҙә һигеҙ трактор эшләйәсәк. Улар биш йөҙ кубомерт һыу һыйҙырышлы цистерналар һәм механик һепертке менән йыһазландырылған.
Радик Йылҡыбаев, ҡаланы йәшелләндереү хужалығы водителе: “Бының өсөн һигеҙ тракторҙы бер аҙна эсендә үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Уларға биш йөҙ кубометр һыу һыйҙырышлы һауыт һәм һеперкеләр ҡуйҙыҡ. Туҙанға ҡаршы ошо рәүешле көрәшәсәкбеҙ”.